ҺАЙРАР ТУРҒАЙҘАР, һайрар ҡоштар (Oscines), турғай һымаҡтар ярым отряды. 70‑тән ашыу ғаиләһе, яҡынса 4000 төрө билдәле, Антарктиданан тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 17 ғаиләгә (барҡылдаҡтар, ҡарғалар, ҡарлуғастар, себен турғайҙары, сәпсектәр, һабан турғайҙары һ.б.) ҡараған 300 төрө осрай. Күсәр, күсеүсе һәм ултыраҡ ҡоштар. Һ.т. тауыш аппараты төҙөлөшө ҡатмарлы: аҫҡы тамағында (сиринкс) ғәҙәттә 7 пар тауыш мускулы була, түбәнге ҡулсалары һөйәк барабан‑резонаторына ҡушыла, был моңло итеп һайрауға булышлыҡ итә (барҡылдаҡтар, һандуғастар, әберсә турғайҙары һ.б.). Күбеһенсә ата ҡоштар һайрай. Һайрау үрсеү осоронда оя участкаһына инә ҡошто саҡырыусы йәки ҡурҡыныс янау т‑да иҫкәртеүсе һ.б. сигнал булып тора. Бөжәктәр, үҫемлек емештәре, орлоҡтары м‑н туҡлана. БР‑ҙың бөтә терр‑яһы буйлап осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә, ҡый үләндәренең орлоҡтарын ашай. Буран турғайы, ваҡ һайыҫҡан БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова