ЮЛДАШ, И с а ҡ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Урғалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Урғалы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 312 кеше; 1939 — 282; 1959 — 294; 1989 — 182; 2002 — 145; 2010 — 102 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 19 б. башында Троицк­ өйәҙе Бала‑Ҡатай улусында Красноуфимск­ өйәҙенең ш. уҡ улусы Юлдаш а. (хәҙ. Силәбе өлк. Наҙы‑Петровск р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яңы Юлдаш исеме м‑н нигеҙ һала. Икенсе атамаһы тәүге төпләнеүсе Исаҡ Юлдашев исеме м‑н бәйле. 1865 й. 33 йортта 198 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов