ЮЛДАШ, А ҡ ҡ у ж а, Учалы р‑нындағы ауыл, Ҡунаҡбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Учалы т. юл ст. Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Урал й. буйында, Илта­бан­ һыу һаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1245 кеше; 1920 — 1545; 1939 — 1074; 1959 — 805; 1989 — 636; 2002 — 670; 2010 — 683 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Юлдаш­ төп­ белем­ биреү­ мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры, балалар халыҡ театры), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай­ даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1737 й. алып Аҡҡужа (улус старшинаһы Аҡҡужа батыр Ҡоломбәтов исеме б‑са) булараҡ билдәле. 18 б. 2‑се ярт. башлап хәҙ. исемен (Юлдаш Нөркин исеме б‑са) йөрөтә. 1795 й. Ю. (Аҡҡужала) 30 йортта 244 кеше йәшәгән, 1866 й. 151 йортта — 954 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. Ғ.З.Рәсүлев ошо ауылда тыуған.

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов