ҺАЙЛАУ СИСТЕМАҺЫ, дәүләт сәйәси системаһы элементы, граждандарҙың һайлауға һәм һайланыуға хоҡуғын; һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү тәртибен, тауыш биреү һө­ҙөмтәләрен билдәләү ысулын урынлаштырыуҙы үҙ эсенә ала. Һ.с. өс төп төргә бүленә: мажоритар, был осраҡта һайлау округы б‑са һайлаусылар күпселек тауыш биргән кандидат һайланған, тип иҫәпләнә; пропорциональ, был осраҡта мандаттар вәкиллек органына үҙ кандидаттарын сығарған партиялар араһында алған тауыштар һанына ярашлы бүленә; ҡатнаш.

БАССР‑ҙың Һ.с. БАССР Конституцияларында нығытылған (1937, 1978). РФ субъекты Һ.с., ш. иҫ. Башҡортостан Республикаһы Һ.с., федераль һәм төбәк ҡануниәте нигеҙендә төҙөлгән. БР Конституцияһында (1993) халыҡ власы формаларын, граждандарҙың һайлау хоҡуғын; дәүләт власы һайланма органының ойошоу тәртибен, вәкиллек срогын, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайға һайлауҙарҙа граждандың пассив һайлау хоҡуғы алыу тәртибен, БР Дәүләт Йыйылышына һайлауҙар тәртибен урынлаштырыу һәм көнөн тәғәйенләү б‑са БР Дәүләт Йыйылышы компетенцияһын, Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләү хоҡуғын һ.б. билдәләгән нормалар бар. Һайлауҙар т‑да БР Кодексы (2006) респ. һайлауҙарҙы көйләгән төп ҡануниәт акты булып тора, ул РФ граждандарының БР терр‑яһында үткәрелгән һайлауҙарҙа ҡатнашыуының конституцион хоҡуғын тормошҡа ашырыу гарантияларын; һайлау процесы принциптарын һәм стадияларын; БР Президентын, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарын, муниц. берәмектәрҙең вәкиллек органдарын, урындағы үҙидараның һайланма вазифалы кешеләрен һайлау үҙенсәлектәрен билдәләй. Шулай уҡ һайлау мөнәсәбәттәре БР‑ҙың башҡа закондары һәм муниц. берәмектәрҙең уставтары м‑н көйләнә. Респ. тәүҙә мажоритар Һ.с. өҫтөнлөк итә, 2006 й. алып ҡатнаш система индерелә: 55 депутат мажоритар һәм 55 депутат пропорциональ система б‑са һайлана.

Е.Н.Босова, В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев