ҺАҘЫЕВ Мөнир Һаҙый улы, Мөхәмәтһаҙыев Мөхәмәтмөнир М ө х ә м ә т һ а ҙ ы й у л ы (10.12.1876, Ҡазан губ. Яңы Әмзә а. — 10.8.1913, Силәбе ҡ.), тарихсы, дин әһеле. Ғәлекәй мәҙрәсәһендә уҡыған (Ҡазан). 1902—04 йй. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә мөғәллим. 1905 й. алып Силәбелә: мәҙрәсә мөғәллиме, 1906 й. алып йәмиғ мәсете имам‑хатибы. “Башҡорт тарихы” (1912; “История башкир”) исемле тәүге монографик хеҙмәт авторҙарының береһе, унда башҡорттарҙың традицион рухи һәм матди мәҙәниәте, хужалы­ғы, социаль структураһы, йолалары тикшерелә. Хеҙмәттә башҡорт ихтилалдары (1735— 40), башҡорт ихтилалы (1755—56), Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) һ.б. т‑да фактик материалдар бирелгән. Әҫәрҙәре “Шура” ж. баҫыла. Ырымбур губерна ғилми архив комиссияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1911; ҡара: Архив комиссиялары). Йәдитселек яҡлы була. З.Ҡадири, Р.Ф. Фәхретдинов м‑н таныш була, уларҙың реформаторлыҡ идеяларын уртаҡлаша.

Р.Ф.Рәжәпов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов