ЮЛДАР, кешеләр, транспорт саралары йөрөү өсөн һалынған (йәки яраҡлаштырылған) ер һыҙаты, юл бәйләнеше. Башҡортостандың тау‑урман райондарында башҡорттар йөк артмаҡлаған хайуандар (ҡара: Артмаҡлы‑менге­ транспорт) үтерлек һыбай юл йәки һуҡмаҡ, дала райондарында башлыса егеүле­ транспорт хәрәкәте өсөн тәғәйенләнгән Ю. фай­ҙаланған. Сана юлдары йәй йөрөгән юлдар йәки йылға үҙәндәре буйлап һалынған. Урындағы Ю. башҡорт­ йәйләүҙәрен,­ ауылдарҙы тоташтырған. Иң ҙур Ю. тасуирламаһы һәм атамалары (“Боронғо ҙур башҡорт юлы”, “Боронғо башҡорт юлы”, “Ҡатай юлы” һ.б.) ҡайһы бер тарихи­ сығанаҡтарҙа һәм башҡорт фольк­лоры­ ҡомартҡыларында (“Урал­ батыр” ҡобайыры, “Ҡыҙҙар юлы”, “Ғәйшә” риүәйәттәрендә һ.б.) һаҡланған. “Ҡәнифә юлы” риүәйәтенә һәм­Ҡуңыр­ буға­ эпосына ярашлы, данлыҡлы Ҡәнифә һәм Ҡуңыр буға юлы Урал армыттары буйлап үтә, төньяҡ, көньяҡ һәм үҙәк Башҡортостанды Арал диңгеҙе буйы һәм Урта Азия м‑н (хәҙ. Йылайыр р‑ны Юлдыбай а. алып Хәйбулла р‑ны терр‑яһы аша респ. көньяҡ сиктәренә тиклем булған Ю. өлөшө һаҡланған) тоташтыра.

Көньяҡ Урал аша Волга буйын, Кама буйын һәм Уралды Себер, Үҙәк, Урта һәм Көньяҡ Азия м‑н тоташтырған сауҙа юлдары (ҡара: Каруан­ сауҙа ­юлдары) үтә, быны ҡайһы бер археологик­ ҡомартҡыларҙа табылған аҡсалар дәлилләй. 13 б. Башҡортостандың төп Ю. почта станциялары (ямдар), сауҙа каруандарын һаҡлау өсөн махсус хәрби отрядтар ойошторола. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң һәм 17—18 бб. крайҙы әүҙем колония­лаштырыу һөҙөмтәһендә Ю. төҙөү үҙәкләштерелә һәм тәртипкә һалына. Эре адм. һәм сәнәғәт үҙәктәрен тоташтырған Ю. (тракттар) һалына. Ю. төҙөү һәм тәртиптә тотоу урындағы халыҡтың төп йөкләмәләренең  береһе була. Ю. башлыса тупраҡ, шоссе (ҡырсын м‑н нығытылған), һирәгерәк таш м‑н ҡапланған була; йылға аша сығыу өсөн паром, күпер (свайлы һәм кәмәлә урынлашҡан) ҡулланғандар. Һәр тракттан ауыл торама пункттарын улус йәки өйәҙ үҙәктәре м‑н тоташтырған ауыл‑ара Ю. бүленгән. Өфө аша Ҡазандан Себергә (Иҫке Ҡазан Ю.), Ырымбурҙан Екатеринбург, Ҡазан (Яңы Мәскәү Ю.), Һамар (Иҫке Мәскәү йәки Оло Ырымбур Ю.), Өфө ҡҡ. (Ырымбур Ю.), Верхнеурал­ ҡәлғәһенә ­(Пре­ображенск­ заводы­ аша; Исәт юлы) Ю. үткән. Почта станциялары булған (аттарҙы алмаштырыу өсөн) бер нисә почта юлы (ш. иҫ. Ырымбурҙан Троицк­ ҡәлғәһенә тиклем почта Ю.) төҙөлә, уларҙы хеҙмәтләндереү урындағы халыҡҡа йөкмәтелә. 18 б. 40‑сы йй. Ырымбур губ. 15‑кә яҡын почта Ю. (Ҡазан, Минзәлә, Ырымбур, Себер һ.б. почта тракттары) иҫәпләнә, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 4,8 мең саҡрым тәшкил итә, 114 почта станцияһы (уларҙа 650‑нән ашыу пар ат тотола) була. 18 б. 2‑се ярт. — 19 б. 1‑се ярт.­ тау ­сәнәғәте үҫешенә бәйле з‑дтарҙы мәғдән, төҙөлөш материалдары, яғыулыҡ м‑н тәьмин итеү, етештерелгән продукцияны сығарыу өсөн Стәрлетамаҡ пристаненән Илек Һағы ҡәлғәһенә (1766), Әүжән‑Петровск­ заводтарынан­ Табын ҡәлғәһенә­ (1776), Өфөнән Силәбе ҡ. (Эҫем­ заводтары­ аша; Эҫем тракты; 19 б. башы), Ырымбурҙан Верхнеурал ҡ. (Ҡананикольск­ заводы­аша; Яңы Исәт Ю.; 1840 йй.) һ.б. тиклем Ю. төҙөлә. 1830—33 йй. Верхнеурал— Стәрлетамаҡ—Бәләбәй—Бөгөлмә (Башҡорт тракты) сауҙа Ю. һалына. Шулай уҡ Троицк— Екатеринбург; Силәбе—Ҡурған; Яугилде а.—Лаяшты а. (икеһе лә — Бөрө­ өйәҙе); Бөрө өйәҙенең Арзамат а.—Бөрө; Бөрө—Мамадыш; Бөгөлмә—Минзәлә­ өйәҙенең­Бәтке а. һ.б. сауҙа Ю. барлыҡҡа килә. 19 б. уртаһында Бөгөлмә­ өйәҙенән Верхнеуралға тиклем Ю. (почта һәм сауҙа) дөйөм оҙонлоғо 2,6 мең саҡрым тәшкил итә. 1870 йй. алып земстволар индерелгәндән һуң дәүләт, сауҙа, почта Ю. торошон контролдә тотоу земство­башҡармаларына йөкмәтелә.

Башҡортостандың төп һыу юлдары — Ағиҙел һәм Өфө йй. — крайҙың адм. һәм хужалыҡ үҙәктәрен тоташтыра. Һыу Ю. ағас ағыҙыу, мәғдән, төҙөлөш материалдары, иген һ.б. ташыу өсөн файҙаланыла. Йылғалар буйлап хәрәкәт итеү өсөн край халҡының төп өлөшө башлыса традицион һыуҙа­й өрөү­сараларын ҡуллана. 19 б. йылға­транспорты үҫешә, тәүҙә ул Ағиҙел һәм Өфө йй. түбәнге ағымы зонаһын хеҙмәтләндерә, 20 б. уртаһынан бер нисә һыу­һаҡлағыс­төҙөлөүгә бәйле Ағиҙел һәм Өфө йй. басс. төп өлөшөн солғап ала. 19 б. аҙ. алып пассажирҙарҙы һәм йөктәрҙе ташыу өсөн тимер­юлдар (ҡара: Тимер­ юл ­транспорты), 20б.— автомобиль­ юлдары, һауа юлдары (ҡара: Авиация) файҙаланыла.

Әҙәб.: Муллагулов М.Г.Башкирский народный транспорт. XIX —нач.XX в.Уфа, 1992.

М.Ғ.Муллағолов

Тәрж.­М.Х.Хужин