ҺАҘЛЫҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, һаҙлыҡтар, уларҙың барлыҡҡа килеүе, үҫеше, төҙөлөшө һәм хужалыҡта файҙаланылыуы т‑да фән. Гидрология, геоботаника, тупраҡ ғилеме (ҡара: Һаҙ тупрағы) һәм геология б‑са тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренә нигеҙләнә. Башҡортостан һаҙлыҡтарын тикшереү 20 б. 20‑се йй. алып барыла. Географ Д.А.Герасимов тауҙар ара­һындағы соҡорҙарҙа һаҙлыҡтарҙың барлыҡҡа килеү шарттарын (1926), В.П.Матюшенко уларҙың БАССР‑ҙағы тәбиғәт зоналары б‑са таралыуын (1929) өйрәнә, геологтар А.А. Генкель һәм Е.Н.Осташева тарамфынан “аҫылмалы” һаҙлыҡтар һәм Ямантауҙың тирә‑яғындағы һаҙлыҡтар тикшерелә (1933). 40‑сы йй. башында һаҙлыҡтар торф запасын асыҡлау маҡсатында өйрәнелә башлай; БАССР‑ҙың торф фонды кадастры төҙөлә (1944). Е.М.Брадис Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һаҙ үҫемлектәрен тикшерә һәм классификациялай (1941— 47), гидролог В.В.Петров һаҙлыҡтарҙың барлыҡҡа килеү һәм үҫеш процестарын өйрәнә (1948). 70‑се йй. башлап Башҡ‑н һыу хужалығы ҒТИ‑нда һәм Башҡорт дәүләт университетында гидрология, геоботаника һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Ә.М. Гәрәев, Ф.Ә.Мәҡсүтов). Реликттар һәм дарыу үҫемлектәре үҫкән урындар булараҡ ҡайһы бер һаҙлыҡтар Е.В.Кучеров тарафынан өйрәнелә (1974, 1976). Ә.Ф.Мәмәтов һәм Гәрәев һаҙ ҡоштарына күҙәтеү ойоштора, уларҙың Башҡортостандың Урал аръяғында таралыуын тикшерә (1969, 1975, 1983). 80‑се йй. Колыбан һаҙлығында (Кушнаренко р‑ны) һаҙлыҡтарҙың һыу һаҡлау, һыу көйләү һәм экологик әһәмиәтен билдәләү өсөн күҙәтеүҙәр ойошторола.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев