ҺАҘҠАНАТ, к а л л а (Сalla), аронник һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 1 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Йәйелеүсән, быуынлы, йәшел тамырһабағы булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, япраҡһыҙ (уҡ кеүек), бейеклеге 15—30 см. Япраҡтары ябай, овал‑йөрәк һымаҡ, оҙон һаплы, ялтыр, ҡуйы йәшел төҫтә. Сәскәләренең сәскә эргәлеге булмай, аҡ япма м‑н уратып алынған сәкәндә урынлашҡан. Май—июндә сәскә ата. Йәй аҙағында сәкәне һыуға бата. Емештәре — ҡуш емештәрҙәге ҡыҙыл еләктәр, июлдә өлгөрә. Һыу ятҡылыҡтарының батҡыл ярҙары буйлап һәм һаҙлыҡтарҙа үҫә; Башҡортостандың Урал алдының төньяҡ өлөшөндә осрай. Ағыулы үҫемлек һәм декоратив үҫемлек.

Шулай уҡ теплицаларҙа һәм оранжереяларҙа үҫтерелгән зантедесхия затының төрҙәре калла тип атала.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова