ҺАҘАНАҠ (Ledum), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик, субарктик, уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда һаҙлыҡ Һ. үҫә. Бейеклеге 50—120 см булған мәңге йәшел ҡыуаҡлыҡ. Япрағының сите төрөлгән, тиресәле, ҡыҫҡа һапта урынлашҡан. Йәш ботаҡ һәм япрағының аҫҡы өлөшөндә ерәнһыу‑һоро кейеҙ рәүешле төктәр була. Сәскәһе аҡ төҫтә, иҫерткес еҫле, ҡалҡан һымаҡ сәскәлеккә йыйылған.

Май—июндә сәскә ата. Емеше — оҙонса ҡумта, июлдә өлгөрә. Һаҙ мүге, һирәгерәк гипн булған һаҙлыҡтарҙа үҫә, Башҡортостандың Урал алдында таралған. Баллы, декоратив, ағыулы һәм дарыу үҫемлеге, составында эфир майҙары бар. Медицинала, парфюмерия‑косметика сәнәғәтендә ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова