“ЮЛҒОТЛО”, “Юлғотло һунарсы”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон­көй. Тәүге тапҡыр 1947 й. Ғ.З.Сө­ләймәнов К.М.Дияровтан яҙып ала, “Башҡорт­халҡ­йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Легенданың һәм йырҙың артабанғы варианттарын төрлө башҡарыусыларҙан Сөләймәнов, ш. уҡ С.Ә.Галин яҙып ала. Лирик‑эпик йыр. Дияровҡа Баймаҡ р‑ны Ниғәмәт а. ҡурайсы Абдрахман Абайдуллин һөйләгән легенда б‑са Юлғотло исемле ярлы егет ике ҡыҙы булған байға эшкә яллана. Ҡыҙҙар егеткә ғашиҡ була, уға ашарға килтерә башлай. Егет тә ҡыҙҙарға эҫенеп китә, йырҙар йырлай, ҡурайҙа уйнап уларҙы бейетә. Был хаҡта белеп ҡалған бай муллаға Юлғотлоно шәриғәт ҡанундары б‑са язаларға ҡуша. Сходта ул егеткә яла яғырға тырыша, тик халыҡ Юлғотлоға һүҙ биреүҙе талап итә. Ул йыр м‑н яуап бирә: “Ата‑әсәләр ҡыҙын, ай, үҫтерә, /Сатин‑ситса күлдәктәр кейҙереп. /Сәскәйҙәрен һырап‑һылап, һыйпап, / Йөрөйҙәр микән йәнемде көйҙөрөп”. Ҡыҙҙар үҙҙәре егетте әүрәткәнен аңлағандан һуң халыҡ уға ғәйеп тағыуҙан баш тарта һәм ҡамсы м‑н туҡмалыуҙан ҡотҡара. Шәһәрғәзи Ғәбдиев һөйләгән версия б‑са Юлғотло Баймаҡ р‑ны Байым а. йәшәй. Бер ваҡыт урманға һунарға сыҡҡас, әхирәте м‑н еләк йыйырға килгән һөйгәнен осрата һәм көнө буйы уның янында була. Һунарсыны кантон нач. Хәби шәриғәт ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләй. Яуап итеп Юлғотло йыр йырлағандан һуң Хәби уны ҡайтарып ебәрә. Тоникаға түбәнәйә барыусы дөйөм хәрәкәте булған йырҙың көйө мажор пентатоникаһына нигеҙләнгән, орнаментикаһы аҙ. Башҡарыусылар араһында Дияров, Ә.М.Юлсурина бар.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж.­Г.Һ.Ризуанова