ҺАҘАН, Дим й. басс. һаҙлыҡ. Шишмә р‑ны Шишмә ҡасабаһынан көньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 136,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 0,9 м, иң ҡалыны — 1,8 м, эшкәртелмәгән торф запасы 434,0 мең м3. Туйыныуы ҡатнаш. Муйыл, тал, ҙур дегәнәк, ерек ҡураһы, ҡомалаҡ һ.б. үҫә. Ала ҡаҙ, ҡашҡалаҡ, һуна өйрәк һ.б. күсәр ҡоштар туҡтала.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев