ҺАҘ ТУПРАҒЫ, оҙайлы артыҡ дымланыу шарттарында дым яратыусы үҫемлектәр донъяһы аҫтында формалашҡан тупраҡ тибы. Ҡоро ер һаҙланғанда һәм һыу ятҡылыҡтары торфланғанда барлыҡҡа килә. Һыу айырғыстарҙа яуым‑төшөм м‑н артыҡ дымланғанда гигрофиттар аҫтында (торф‑глейлы һәм торфлы тупраҡтар) һәм битләүҙәр нигеҙендә, киртләстәрҙә һәм рельеф депрессияларында ер аҫты йәки ер өҫтө һыуҙары м‑н артыҡ дымланғанда (торфлы‑глейлы, торф‑глейлы һәм торфлы тупраҡтар) формалаша. Бер аҙ әсе йәки нейтраль тупраҡ, составына органик матдә, дөйөм азот һәм фосфор запастары инә. Башҡортостанда Һ.т. дөйөм майҙаны яҡынса 106,6 мең га тәшкил итә (2011). Мезотрофлы (күсмә) һаҙлыҡ тупраҡтары төньяҡ урман‑дала зонаһында һәм төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында осрай. Эвтрофлы (уйһыу) һаҙлыҡ тупраҡтары бөтә ауыл хужалығы зоналарында, башлыса Краснокама, Учалы һәм Яңауыл р‑ндарында таралған. Урман‑дала зонаһында киптерелгән Һ.т. сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр итеп ҡулланыла.

Әҙәб.: Морфогенетическая и агропроизводственная характеристика почв Башкирской АССР. Уфа, 1985.

И.М.Ғәббәсова

Тәрж. Г.А.Миһранова