ЮЛБИРҘИН Арыҫланбәк Харис улы (10.10.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Тирмәнйылға а., хәҙ. Ишембай ҡ. эсендә, — 3.3.1996, Өфө), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү химия машиналары эшләү ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) Урта Азия химия машиналары эшләү з‑дында (Чирчик ҡ.) инженер‑конструктор. 1952 й. алып “Двигательмонтаж” тресының Салауат монтаж идаралығында: өлкән мастер, 1954 й. — цех нач., 1956 й. — бүлек нач., 1957 й. — баш инженер. 1968 й. башлап “Востокнефтезаводмонтаж” тресының производство‑технологик комплектация идаралығында баш инженер, 1969 й. — Башҡ‑н производство‑ойоштороу идаралығында (икеһе лә — Өфө) нач. урынбаҫары. 1970 й. алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында бүлек мөдире урынбаҫары, 1975—87 йй. мөдир. Ю. етәкс. респ. нефть, химия, машиналар эшләү, оборона һ.б. сәнәғәт тармаҡтары объекттары файҙаланыуға индерелгән, Белорет ­металлургия­ комбинатында 150‑се прокатлау цех‑станы төҙөлгән. 1 уйлап табыу авторы. БАССР ЮС‑ының 9—11‑се саҡырылыш депутаты. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1985). Окт. Революцияһы (1981), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), “Почёт Билдәһе” (1963, 1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Т.П.Лелюх

Тәрж.­А.Н.Күсеев