БАЛЫҠТАР (Pisces), умыртҡалылар ярым тибы. Кимерсәкле һәм һөйәкле Б. кластары айырыла. Яҡынса 60 отряды, 20 меңдән ашыу төрө бар. Башҡортостанда энә һымаҡтар, скорпен һымаҡтар, йәйен һымаҡтар, тәрәс һымаҡтар, суртан һымаҡтар (1 төр м‑н билдәләнә), карп һымаҡтар, һөмбаш һымаҡтар, алабуға һымаҡтар, бикре һымаҡтар отрядтарының 40‑тан ашыу төрө бар. Һыуыҡ ҡанлы хайуандар. Кәүҙәһе шылғыр, ян‑яҡтан ҡыҫылған, тәңкәләр, сәнскеләр һәм һөйәк пластинкалар м‑н ҡапланған, һирәгерәк яланғас, оҙонлоғо бер нисә сантиметрҙан алып 1,5 м тиклем һәм унан күберәк. Тәңкәләре — плакоид (тире тештәре рәүешендә), ганоид (ромб формаһында), циклоид (шыма ситле йоҡа пластинка), ктеноид (тышҡы ситендә сәнскеләре булған пластинка). Тире биҙҙәре үҫешкән. Башы хәрәкәтһеҙ, ҙур, муйыны юҡ. Һөлдәһе кимерсәкле йәки һөйәкле. Баш, кәүҙә, парлы һәм парһыҙ ослоҡтар һөлдәһе айырыла. Баш һөйәге күп һөйәктәрҙән тора; өҫкө яңағы ғәҙәттә мейе ҡумтаһы м‑н ирекле тоташҡан. Умыртҡалары (16—400 дана һәм унан күберәк) ғәҙәттә ике яҡтан батынҡы (амфицель). Күкрәк һәм ҡорһаҡ ҡанаттары парлы, биш өлөшлө түгел, арҡа һәм аналь ҡанаттары парһыҙ. Б. ҡойроҡ ҡанаты тыштан симметриялы (гомоцеркаль), тыштан һәм эстән симметриялы (дифицеркаль) йәки симметрияһыҙ (гетероцеркаль). Хәрәкәт кәүҙәһен һәм ҡойроҡ ҡанатын тулҡын рәүешендә бөгөү ярҙамында тормошҡа ашырыла. Яңаҡтары хәрәкәтсән, яҡшы үҫешкән мускулатуралы. Тештәре күп, төрән, келәүек һ.б. һөйәктәрҙә (яңаҡтарҙан башҡа) урынлашыуы мөмкин. Аш һеңдереү системаһы бер нисә бүлектән тора. Аш һеңдереү юлы оҙон, үт ҡыуығы, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм бауыры бар. Кимерсәкле һәм примитив һөйәкле Б. йыуан эсәгендә һеңдереү майҙанын арттырыусы спиралле клапан бар. Айғолаҡтар аша тын ала, ике төрлө һулаусы Б. үпкәләре бар. Йөрәге ике камералы (йөрәк алды, ҡарынсыҡ), ҡан йөрөшө бер әйләнешле (ике төрлө һулаусыларҙыҡы 2 әйләнешле). Күпселек Б. гидростатик, резонатор, һирәгерәк һулау функцияларын үтәүсе йөҙөү ҡыуығы бар. Оҙонса парлы беренсел бөйөрҙәре (мезонефростар) организмдан мочевина сығарылыуын тәьмин итә. Аналь һәм бәүел-енес тишектәре, кимерсәкле һәм ике төрлө һулаусыларҙың клоакаһы бар. Азотлы матдәләр алмашыныуының продукты — аммиак айғолаҡтар һәм тире аша сығарыла. Баш мейеһе бәләкәй, алғы мейенең еҫ һиҙеү өлөштәре, аралыҡ мейеһе, урта мейе һәм кесе мейе нығыраҡ үҫешкән. 10 пар баш мейеһе нервыһы бар. Еҫ, тәм тойоу һәм ишетеү һәләте яҡшы үҫешкән, күреү һәләте төҫлө (тәрән һыу һәм мәмерйә Б. ҡайһы ваҡыт булмай). Күҙҙәре бәләкәй, күҙ ҡабаҡтары хәрәкәтһеҙ, яҡын аранан күреүгә яраҡлашҡан. Тәм тойоу анализаторҙары ауыҙында һәм тиреһендә урынлашҡан. Ғәҙәттә ике енесле, ата Б. вағыраҡ. Енес биҙҙәре парлы; орлоҡлоҡтары таҫма формаһында, йомортҡалыҡтары бөртөклө. Ыуылдырыҡ һала, кимерсәкле һәм ҡайһы бер һөйәкле Б. тере бала тыуҙыра. Үрсемлелеге — 1 эмбриондан алып бер нисә млн ыуылдырыҡҡа тиклем. Бер нисә тапҡыр үрсей, ҡайһы бер төрҙәр 1 тапҡыр ыуылдырыҡ сәскәндән һуң үлә. Ғүмер буйы үҫә. 1—2 йылдан алып 100 йылға тиклем һәм унан күберәк йәшәй. Селбәрәләр — ғәҙәттә иң ябайҙар, өйрөлмәктәр, ваҡ ҡыҫала һымаҡтар һ.б.; оло заттар — һыу төбөндә йәшәүсе умыртҡаһыҙҙар, үҫемлектәр, йыртҡыс Б. ваҡ умыртҡалылар м‑н туҡлана. Һыу экосистемаларының мөһим компоненттары, хайуандарҙың, ш. иҫ. ҡоротҡостар һәм ҡан эскес бөжәктәрҙең, һанын көйләй; йыртҡыс хайуандар өсөн аҙыҡ булып тора. Б. ите һәм ыуылдырығы аҙыҡ итеп ҡулланыла. Балыҡ майы медицинала һәм техник маҡсаттарҙа файҙаланыла. Б. 7 төрө (йылға бағыры, ҡыҙыл балыҡ, уҡбалыҡ һ.б.) БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Аквариум балыҡтары, Балыҡсылыҡ.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика