ҺАҘ ТОМБОЙОҒО (Caltha palustris), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Ике ярымшарҙың да тропик булмаған өлкәләрендә яҡынса 15 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са,

25‑тән ашыу) төрө билдәле. Башҡортостанда Һ.т. үҫә. Күп йыллыҡ үлән кеүек үҫемлек. Һабағы яланғас, ябай йәки тарбаҡлы, үрмәле йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 13—30 см. Япра­ғы ҡараһыу йәшел төҫтә, ялтыр, йөрәккә йәки бөрөгә оҡшаш, өҫкөһө — ултырма, аҫҡыһы — һаплы. Сәскәһе эре, алтын һымаҡ һары төҫтә, ғәҙәттә яңғыҙ йәки кәүшәк ҡалҡан кеүек сәскәлеккә йыйылған. Апр.—июндә сәскә ата. Емеше — күп япраҡ, авг. өлгөрә. Респ. бөтә терр‑яһы буйлап һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, һаҙланған болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа үҫә. Сәскә атыу һәм емеш биреү осорона тиклем бер аҙ ағыулы. Баллы үҫемлек. Декоратив үҫемлек. Составында алкалоидтар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицина­һында ҡулланыла.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова