ЮЛБАРЫҪ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Һамар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 34 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 87 км алыҫлыҡта Ерәнағас й. (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 215 кеше; 1959 — 301; 1989 — 247; 2002 — 361; 2010 — 326 кеше. Башҡорт­тар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Һамар урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Юлбарыҫ/Иҫке Юлбарыҫ а. кешеләре Яңы Юлбарыҫ булараҡ нигеҙ һала. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендә үҫкән ҡарт ҡарағас тәби­ғәт­ ҡомартҡыһы булып тора.

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов