ҺАҘ МУНСАҒЫ, х а м е д а ф н е (Chamаedaphne), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Затта 1 төр — ябай Һ.м. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Йәйенке һорғолт‑көрәнһыу ботаҡлы, нәҙек төктәре булған йәш үренделе мәңге йәшел бәләкәй ҡыуаҡлыҡ, бейеклеге 20—50 см. Япрағы тиресәле, оҙонса‑ланцет фор­маһында, сиратлы, ваҡ тәңкәләре бар. Сәскәһе аҡ төҫтә, сүмес‑ҡыңғырауға оҡшаш, һалынҡы, бер яҡлы япраҡлы тәлгәштәрҙә урынлашҡан. Майҙа сәскә ата. Емеше — ҡумта, июлдә өл­гөрә. Һаҙ мүге булған һаҙлыҡтарҙа һәм һаҙмат урмандарҙа үҫә. БР‑ҙа Балтас, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ҡалтасы һ.б. р‑ндарҙа осрай. Ағыулы үҫемлек, баллы үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова