ЮЛБАРИСОВ Эрнст Мирсаяф улы (22.1.1939, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Муллаҡай а.), геолог. Геол.‑минералогия ф. канд. (1976), техник ф. д‑ры (1995). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1995), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1997), РФ‑тың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2009), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) “Туймазанефть” нефть промыслалары идаралығының геологы. 1965 й. алып (өҙөклөк м‑н) “Башнефть” ПБ‑нда: 1966 й. тиклем өлкән геолог, өлкән инженер, 1970 й. башлап разведкалау һәм үҙләштереү бүлегендәге төркөм етәксеһе, 1971 й. — Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. бүлек нач., 1974—78 йй. нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү бүлегенең өлкән геологы. 1980 й. алып (өҙөклөк м‑н) “БашНИПИнефть” ин‑тында: микробиология, нефть биреүсәнлекте күтәреүҙең микробиологик ысулдарын тикшереү секторҙары, гидрогеологик тикшеренеүҙәр лаб. мөдире, 1997 й. башлап ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген күтәреү бүлегендәге лаб. мөдире, 2000 й. — ҡатлам һәм ҡатлам флюидтарының коллектор үҙенсәлектәре б‑са ғилми‑тикшеренеү бүлеге мөдире. 1986 й. алып “Союзнефтеотдача” ҒПБ‑нда ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу биогеотехнологияһы бүлеге мөдире; 1992 й. — БР‑ҙың Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу б‑са дәүләт ком‑ты рәйесенең 1‑се урынбаҫары. 1998 й. башлап (өҙөклөк м‑н) “КогалымНИПИнефть” ЯСЙ‑нда: геохимия, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген күтәреү биогеотехнологияһы бүлектәре нач., 2003—08 йй. Өфө комплекслы фәнни бүлегенең баш ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 2004—10 йй. “Ингеохолдинг” ЯАЙ‑ның (Өфө) ген. дир. урынбаҫары, советнигы һәм 2002—07 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта, 2010 й. алып “Нефтегазмашсервис” ЯСЙ‑ның (Өфө) ген. дир. урынбаҫары. 1978—80 йй. Анголала эшләй. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть геология­һы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. БР‑ҙа һәм Көнбайыш Себерҙә (Самотлор, Дружный һ.б. ятҡылыҡтар) файҙаланылған нефть ятҡылыҡтарын һуңғы стадияла үҙләштереү өсөн ҡатламдарҙың­ нефть­ биреү­сәнлеген арттырыуҙа микробиологик ысулдарҙы теоретик нигеҙләү һәм индереү б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Нетрадиционные источники получения углеводородов. М., 1991 (авторҙ.); Биогеотехнология бурения, увеличения нефтеотдачи и защиты окружающей среды. Минск, 1998 (авторҙ.); Геологические основы микробиологического метода повышения нефтеотдачи пласта с высоковязкой нефтью (на примере Арланского месторождения). Уфа, 2002.

Д.М.Шәйех‑Әли

Тәрж.­Э.М.Юлбарисов