ҺАҘ ГӨБӨРГӘЙЕЛЕ (Emys orbicularis), сөсө һыу гөбөргәйелдәре ғаиләһенә ҡараған һөйрәлеүсе. Үҙәк һәм Көнсығыш Европала, Алғы Азияла һәм Африканың төньяҡ‑көнбайы­шында таралған. Кәүҙәһе 23 см тиклем оҙонлоҡтағы панцирь м‑н ҡапланған. Карапаксы (панцирҙың арҡа ҡалҡаны) оҙонса түңәрәк, тәпәш, бер аҙ ҡабарынҡы, шыма, пластрон (ҡорһаҡ ҡалҡаны) м‑н һығылмалы тарамыш ярҙамында тоташҡан. Енси диморфизм хас: ата гөбөргәйел бәләкәйерәк, уның пластроны бер аҙ батынҡы. Панциры, башы, тәпәйҙәре һәм ҡойроғо көрәнһыу, ҡара‑һарғылт йәшел төҫтә, ваҡ һарғылт һыҙыҡтар һәм таптар була. Аяҡтары оҙон осло тырнаҡлы, бармаҡтары араһында ҙур булмаған ярылар бар. Ҡойроғо оҙон, инә гөбөргәйелдеке ҡыҫҡараҡ. Енси яҡтан 7—8 йәшендә өлгөрә. Инә гөбөргәйел 10 см яҡын тәрәнлектәге соҡорға эзбизле ҡабыҡ м‑н ҡапланған аҡ төҫтәге 5—12 йомортҡа һала. Инкубация осоро 2—3 ай тәшкил итә. Көндөҙ һәм эңерҙә әүҙем. Ләмгә күмелеп ҡышлай. Бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары, ҡыҫала һымаҡтар, моллюскылар, селәүсендәр, ваҡ балыҡтар, ер‑һыу хайуандары, ҡош балалары м‑н туҡлана, рационында үҫемлек аҙығының (ылымыҡтар, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең һутлы өлөштәре) өлөшө ҙур түгел. Яй аҡҡан һәм торғон һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. БР‑ҙа Баймаҡ, Ейәнсура, Көйөргәҙе р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ин­дерелгән.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова