ҺАҒЫҘАҠ ЫЛАСЫНЫ (Pernis apivorus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (көнсығышта Алтайға тиклем) таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 600—1000 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 135—150 см. Арҡаһы һоро‑көрән, ата ҡоштарҙыҡы асығыраҡ төҫтә, ҡорһағы, ҡанат аҫты сиратлашып килеүсе ҡуйы көрән һәм аҡһыл арҡыры һыҙыҡтар булған көрәндән алып һарыға тиклем. Башы һәм суҡышы ҙур түгел. Күҙҙәре асыҡ һары. Ҡойроғо оҙон, йомро, өҫтән һәм аҫтан 3‑әр ҡара һыҙыҡ бар. Аяҡтары ҡыҫҡа, тырнаҡтары осло. Моногам. Ояһын (диам. 0,5—0,8 м, бейеклеге 0,2—0,6 м) ағас сатырҙарында (8—15 м бейеклектә) ботаҡтарҙан ҡора йәки ҡарға һәм һарҙарҙың иҫке ояларын биләй, ботаҡ һәм япраҡтар түшәй. Ояла ғәҙәттә ҡуйы көрән таплы һәм төрткөлө ҡыҙғылт һары төҫтәге 2 йомортҡа була. Инә һәм ата ҡош 28—35 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө ҡош. Һағыҙаҡ ҡарышлауыҡтары, бөжәктәр һәм ваҡ умырт­ҡалылар м‑н туҡлана. Баҫыуҙарҙа, болондарҙа, урмандарҙа йәшәй. БР‑ҙа Шүлгәнташтың һәм Ҡариҙел р‑ны Магинск а. тирә‑яғында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова