ҺАБЫНСӘСКӘ, ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, күбеһенсә Европаның уртаса бүлкәтенең төньяҡ өлөшөндә; Урта Азияла, Монголияла таралған. Башҡортостанда ябай Һ., йәки татар һабыны үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 40—100 см. Япрағы йомортҡаға йәки оҙонса йомортҡаға оҡшаш, осло, ултырма, аҫҡы яғы тамырҙары буйлап һирәк шырт төктәр м‑н ҡапланған. Сәскәһе асыҡ ҡыҙыл төҫтә, ҡалҡанса‑баш һымаҡ сәскәлеккә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — бер оялы ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Дымлы болондарҙа, урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә, респ. бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Декоратив үҫемлек.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова