ЮЛАШЕВ Игорь Сәхи улы (13.8. 1938, Силәбе ҡ. — 8.2.2012, Туймазы ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. урман белгесе (1993). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 2006 й. тиклем Туймазы тәж. урман хужалығында эшләй: Бишенде урмансылығының урмансы ярҙамсыһы, 1963 й. алып инженер, 1967 й. — директор. 2001—06 йй. БР урмандарының көн­байыш зонаһында район‑ара инженер‑ағастар б‑са белгес. Респ. урман­ хужалығы үҫешенә, урман ­терге­ҙеүгә, урман‑мелиорация ағастарын булдырыуға ҙур өлөш индергән. Ю. етәкс. ағас орлоҡтары етештереү плантацияһы (майҙаны 100 га), һуғарыулы төп питомник (40 га) ойошторолған, урман‑мелиорация һәм хужалыҡ маҡсатында йырын‑һыҙа ерҙәрен һәм бәләкәй йылғаларҙың текә ярҙарын үҙләштереү өсөн технологиялар һәм машиналар комплексы эшләнгән һәм индерелгән, ылыҫлы урмандарҙың тоҡом составы яҡшыртылған. 1 уйлап табыу авторы. РСФСР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1991). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Тәрж.­А.Н.Күсеев