ҺАБАНАҠ, Һ а б а н ғ о л, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ләмәҙтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 10 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 116 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 672 кеше; 1920 — 708; 1939 — 521; 1959 — 461; 1989 — 439; 2002 — 437; 2010 — 391 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Оло Ыҡтамаҡ лицейы №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1736 й. алып билдәле. Сотник Һабанаҡ Сәрикәев (Сөрөкәев) исеме м‑н аталған. 1770 й. ауылда И.И.Лепёхин булып киткән. 1795 й. 17 йортта 103 кеше йәшәгән, 1865 й. 47 йортта — 303 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған, улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. ш. уҡ мәҙрәсә, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов