ҺАБАЙ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ҡауарҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 58 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Хал­ҡы: 1906 й. — 197 кеше; 1920 — 276; 1939 — 397; 1959 — 376; 1989 — 223; 2002 — 197; 2010 — 177 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Кәлсер‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Һабай Ҡотлин исеме м‑н аталған. 1795 й. 47 йортта 278 кеше йәшәгән, 1865 й. 30 йортта — 171 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, һунар, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шөғөлдәр араһында ш. уҡ урман кәсептәре теркәлгән. Ә.М.Әминев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов