ҺАБА, оҙон муйынлы, төбө дүрт мөйөшлө, 4 ҡырлы пирамида рәүешендәге һауыт (бейеклеге 1,5 м тиклем; ҡара: Тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағы). Һ. иләнгән ат тиреһенән эшләгәндәр. Торлаҡта ғәҙәттә инеү урынынан алыҫ түгел усаҡ (мейес йәки сыуал) ҡаршыһындағы һике эргәһенә тәпәш ағас күтәрмәгә ҡуйылған, традицион интерьер элементтарының береһе булған. Ҡымыҙ бешеү һәм һаҡлау өсөн ҡулланылған. Традиция б‑са йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа һ.б. байрамдарҙа, туй йолаларын һ.б. ғаилә һәм община йолаларын башҡарғанда ҡунаҡ һыйлау һауыт‑һабаһы булған. 19 б. 2‑се ярт. Һ. оҡшаш һауыттар хужалыҡ алып барыуҙа һыйырсылыҡ өҫтөнлөк иткән Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында (ш. иҫ. Урал аръяғы башҡорттарында, Ырымбур башҡорттарында) киң таралған. Борон заманда Һ. ат культы м‑н бәйле ҡорбан килтереү атрибуты булған, тип фараз ителә. Үҙәк Азия һәм Ҡаҙағстандың малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән халыҡтарында таралған.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина