ХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, химик реакцияларҙы ҡулланыуға нигеҙләнгән. Һан һәм сифат б-са Х.а.ы. айырыла. Һан б-са Х.а.ы. реакция продуктының массаһы (гравиметрия), билдәләнә торған компонент м-н реакцияға ингән матдә эретмәһенең һан б-са күләме (титриметрия), реакция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән газдың күләме (волюмометрия), реакцияның йылылыҡ эффекттары (энтальпиметрия), уның тиҙлеге (кинетик анализ ысулдары), реакция продукты эретмәһенең йотоу һәләте (фотометрик анализ) һ.б. үлсәнә; сифат б-са Х.а.ы. эретмәләге иондар йәки органик берләшмәләр составындағы атомдар өсөн хас булған табыу реакциялары үткәрелә. Күпселек осраҡта классик анализ ысулдары — гравиметрия һәм титрлауҙың аҙаҡҡы нөктәһе визуаль рәүештә табыла торған титриметрия һәм волюмометрия ысулдары файҙаланыла, улар аныҡлығы юғары һәм аппараттары ябай булыуы м-н айырылып тора, матдә миҡдарын проценттың ундан бер өлөшөнән алып бер нисә тиҫтә процентҡа тиклем аныҡлыҡ м-н билдәләү мөмкинлеген бирә (ҡалғандары физик-химик ысулдарға ҡарай). Классик ысулдар яйлап тиҙерәк һәм етештереүсәнерәк булған физик-химик һәм физик анализ ысулдары м-н ҡыҫырыҡлап сығарыла. Башҡортостанда Х.а.ы. бөтә үҙәк завод лабораторияларында, ғилми-тикшеренеү учреждениеларында (Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институты, Нефтехимия эшкәртеү институты, Нефтехимия һәм катализ институты, Органик химия институты һ.б.) ҡулланыла. Республикала Х.а.ы. тәүге тапҡыр 20 б. 30-сы йй. баҡыр, алтын, һирәк һәм төҫлө металдар, нефть эҙләү б-са геол.-разведка эштәре башланыу м-н файҙаланыла башлай. 40-сы йй. И.А.Хризман етәкс. Х.а.ы. өлкәһендә тикшеренеүҙәр Көньяҡ Урал геол.идаралығының үҙәк лаб. үткәрелә; гумин берләшмәләрен һәм күмер-һелте һығынтыһын билдәләү методикаһы, кремнекислотаны, карбонатлы марганец мәғдәндәрен асыҡлау методикаһы; ялан шарттарында бокситты; һоро күмерҙең минераль (Е.М.Бейзеров) һәм органик өлөштәрен анализлау – битумдың тәбиғәтен, к-та, эфир һәм иод һандарын асыҡлау (Бейзеров, В.Э.Бонвеч) ысулдары уйлап табыла. БДУ-ла Һарытау ун-ты (Е.С. Кручкова, И.С.Мостафин) м-н берлектә магний булғанда кальций өсөн “Гидрон II” индикаторы эшләнә. ӨНИ-лә С.Н.Злотский тарафынан һелтеле‑ер металдарын (барий, стронций, кальций) һәм уларҙың сульфаттарын асыҡлау, айырыу ысулдары; карбамид-этанол-һыуһәм углеводородтар ҡатышмаһында карбамидты меркурометрик ысул м-н анализлау уйлап табыла. 1952 й. “Башэнергонефть” пр-тиеһының химия хеҙмәтендә Бонвеч етәкс. һыулы мөхиттәрҙә тоҙ миҡдарын билдәләү өсөн күсереп йөрөтмәле прибор эшләнә һәм индерелә, һыуҙа эрегән кислород миҡдарын һан б-са анализлау ысулы; Стәрлетамаҡ сода-цемент комб-тында бикарбонаттың дымлылығын анализлау өсөн экспресс-ысул тәҡдим ителә (етештереүҙе контролдә тотоу өсөн Х.а.ы. З.В.Долганова, Е.С.Дубиль етәкс. камиллаштырыла). ӨАИ-ла Белорет ҡорос сым-канат з-ды өсөн ҡурғаш көйөгөнөң уртаса аналитик пробаларын әҙерләү методикаһы (Хризман, Бейзеров); Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ-ның Өфө филиалында – ялан препара­тында төп матдәне (S-этил-М-гексаметилентиолкарбамат) билдәләү ысулы, аммоний тоҙҙарының формальдегид м-н билдәле реакцияһын берләштереп һәм эквивалент миҡдарҙа бүленеп сыҡҡан к-таларҙы артабан потенциометрик титрлау юлы м-н аммиак һәм гексаметилениминды бергә билдәләү ысулы (А.И.Герасимова, Ф.А.Мамина) эшләнә. Органик химия ин-тында элементтарҙы (азот, водород, галогендар, металдар,көкөрт,углерод һ.б.) микроанализлау, функциональ анализ (эпоксид һәм кислота һанын,мол. м. һ.б. билдәләү) үткәрелә; фарм. препараттарының Х.а.ы. уйлап табыла. БДУ-ла В.Н.Майстренко етәкс. Х.а.ы. ҡулланылған тикшеренеүҙәр алып барыла.

 А.М.Шакирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов