ХИЛАЖЕВ Мәүлит Хилаж улы [5.5. 1916, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Мансур а. (БР-ҙың Учалы р-ны) — 30.8.1997, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып “Башзолото” тресының алтын приискыларында эшләй. 1941 й. окт. башлап Ленинград фронтының 14-се атлы артиллерия полкында хеҙмәт итә, 1944 й. майынан 2-се Балтик буйы фронтының 141-се пулемёт-артиллерия бригадаһында артиллерия взводы ком. ярҙамсыһы. Дан орд. Х. 1944 й. 1 февр. Ленинград өлк. Александровская Горка а., 1944 й. 14 сент. Латвия ССР-ының Леж-Пахшены а. һәм 1944 й. 22 дек. Арникайми а. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) “Башзолото” тресының алтын приис­кыларында, 1955 й. алып 146-сы төҙөлөш тресының Учалы тимер-бетон изделиелар з-дында (бөтәһе лә — Учалы р-ны) эшләй. Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), 1-се (1994), 2-се (1945) һәм 3-сө (1944) дәрәжә Дан орд. м-н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Х. исеме урамға бирелгән, бюст ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин