БАЛЫҠЛЫКҮЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Балыҡлыкүл а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 39 км алыҫлыҡта Балыҡлы күле (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1879 кеше; 1920 — 2211; 1939 — 1163; 1959 — 623; 1989 — 472; 2002 — 458; 2010 — 417 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп—балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала, 1756 й. билдәле. 1758 й. һәм 1762 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр күсеп ултырған, 1859 й. ш. уҡ хеҙмәтле татарҙар иҫәпкә алынған. 1865 й. Б. исеме м‑н 2 ауыл булараҡ теркәлгән: беренсеһендә 100 йортта 625 кеше йәшәгән (2 мәсет, училище, һыу тирмәне булған); икенсеһендә 45 йортта — 386 кеше (мәсет, училище булған). Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 3 ауыл теркәлгән: 1‑се Б. 486 кеше йәшәгән (мәсет, мөгәзәй булған); 2‑се Б. — 628 кеше (мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй булған); 3‑сө Б. — 765 кеше (мәсет, бакалея кибете булған). 20 б. 30‑сы йй. башлап ауылдар бергә иҫәпкә алына. Ғ.С.Исмәғилев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика