ХЕҘМӘТ РЕСУРСТАРЫ, хеҙмәткә яраҡлы йәштәге халыҡ (эшләмәгән инвалидтарҙан һәм льготалы шарттарҙа пенсия алған шәхестәрҙән тыш), пенсия йәшендәге эшләп йөрөгән граждандар һәм үҫмерҙәр, эшләп йөрөгән сит ил мигранттары. РФ-та хеҙмәткә яраҡлылыҡ ир-егет өсөн 16—59 йәш, ҡатын-ҡыҙ өсөн 16—54 йәш (ҡара: Халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһы). Х.р. һаны халыҡтың бер өлөшөнөң хеҙмәткә яраҡлы йәшкә етеүе м-н арта, пенсия йәшенә етеү, үлеү сәбәпле кәмей (ҡара: Халыҡ миграцияһы, Халыҡ һанының ғәмәли үҙгәреше). Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Х.р. ҡартайыуы (оло быуын кешеләрҙең өлөшө артыуы) күҙәтелә. 1990—2008 йй. Х.р. һаны 16%-ҡа арта (ҡара: табл.). Шулай уҡ ҡара: Халыҡтың мәшғүллеге, Эшһеҙлек.

Ә.М.Ғәниев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов