ХЕҘМӘТ ДАНЫ ОРДЕНЫНЫҢ ТУЛЫ КАВАЛЕРҘАРЫ. Хеҙмәт Даны ордены СССР ЮС Президиумының 1974 й. 18 ғин. указы м-н бер пр-тиела, ойошмала, колхозда йәки совхозда күп йылдарға һуҙылған юғары етештереүсәнле хеҙмәте өсөн материаль производствоның бөтә тармаҡтары эшселәрен һәм мастерҙарын, ш. уҡ производствоға ҡарамаған өлкә хеҙм-рҙәрен бүләкләү өсөн булдырыла. СССР ЮС Президиумының 1984 й. 25 июнендәге указы м-н уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм производствоға уҡытыу мастерҙары бүләкләнгән. 3 дәрәжәле (иң юғарыһы – 1-се дәрәжә) берҙән-бер совет хеҙмәт ордены булған. Бүләкләү дәрәжәләрҙең арта барыуы б-са башҡарылған.

1974 й. 9 авг. Хеҙмәт Даны ордены м-н беренсе бүләкләү үткәрелгән. Илдә ордендың тәүге тулы кавалерҙары араһында БАССР-ҙың Илеш р-ны “Октябрь” к-зы комбайнсыһы Р.М.Бәҙретдинов була. 1991 й. 21 дек. СССР-ҙа һуңғы бүләкләү үткәрелә. Бөтәһе 1 меңгә яҡын кеше ордендың тулы кавалеры була, шуларҙың 20-гә яҡыны — Башҡортостанда йәшәүселәр.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов