БАЛЫҠЛЫБАШ, Ҡорокәртә, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Ҡораласыҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 8 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Оло Балыҡлы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 566 кеше; 1920 — 636; 1939 — 362; 1959 — 369; 1989 — 228; 2002 — 185; 2010 — 161 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар 1795 й. керҙәшлек килешеүе б‑са нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 39 йортта 176 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 5 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, татар мәктәбе, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Текст на русском языке

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика