ХЕҘМӘТ БҮЛЕНЕШЕ, ижт. хеҙмәт процесында төрлө хеҙмәт эшмәкәрлегенең айырымланыуы. Дөйөм (ижт. производство тармаҡтары б-са: ауыл хужалығы, сәнәғәт һ.б.), шәхси (тармаҡтар эсендә, мәҫ., сәнәғәттә: еңел, ауыр, аҙыҡ-түлек һ.б.), айырым (пр-тиела: функциональ, технологик һәм функциональ-квалификация) Х.б. була; улар проф. Х.б. м-н бәйле (ҡара: Халыҡтың белем һәм профессиональ кимәле). Терр., йәки геогр., һәм тармаҡ б-са (етештереү шарттары, ҡулланылған сеймал, технология, техника һәм продукция м-н алдан билдәләнә) Х.б. айырыла. Х.б. формалары: производствоны махсуслаштырыу, уны горизонталь һәм вертикаль иҡт. интеграция нигеҙендә берләштереү (бергәләп билдәле продукция төрҙәрен сығарған пр-тиелар араһындағы производство бәйләнештәре) һәм комбинациялау, производствоны концентрациялау, диверсификация (етеш­тереү өлкәһен, продукция номенклатураһын киңәйтеү) һ.б. Етештереү көстәрен рациональ урынлаштырыу, йәмғиәттәге етештереү көстәренең, хеҙмәт етештереүсәнлегенең, производство һөҙөмтәлелегенең артыуы Х.б. кимәленә бәйле. БР-ҙа терр. Х.б. тәбиғәт-климат һәм соц.-тарихи шарттарға ярашлы формалаша. Үҙәк иҡтисади төбәктә, көнбайыш иҡтисади төбәктә, төньяҡ‑көнбайыш иҡтисади төбәктә һәм көньяҡ иҡтисади төбәктә күбеһенсә агросәнәғәт комплексының эшкәртеү сәнәғәте тармаҡтары; төньяҡ иҡтисади төбәктә, төньяҡ‑көнсығыш иҡтисади төбәктә — ауыл һәм урман хужалығы; Урал иҡтисади төбәгендә ауыл һәм урман хужалығы, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте тармаҡтары үҫешкән. Төбәк-ара һәм халыҡ-ара Х.б. БР яғыулыҡ-энергетика, химия һәм нефтехимия, машиналар эшләү комплекстары тармаҡтарынан тора, ошоға ярашлы төбәктә етештерелгән дөйөм сәнәғәт продукцияһы күләменең 40, 12, 18 һәм 5%-ы тармаҡтар өлөшөнә тура килә, төбәк-ара Х.б. шулай уҡ тулайым а.х. продукцияһының күләме б-са РФ-та 3-сөурынды биләгән (2008) агросәнәғәт комплексынан тора.

М.Н.Иҫәнбаев, В.Ғ.Хәйруллина

Тәрж. А.Н.Күсеев