“ХЕҘМӘТ” РСФСР профсоюздарының ирекле спорт йәмғиәте. Ағас эшкәртеү, газ, еңел, күмер, машиналар эшләү, металлургия, нефть, урман, химия, электр техникаһы сәнәғәттәре, төҙөлөш һ.б. физик культура коллективтарын берләштергән. БАССР-ҙың “Х.” ДСО-һы 1957—87 йй. эшләгән, “Х.” ДСО-һының Башҡорт өлкә советы етәкселек иткән. Респ. йәмғиәте составына “Нефтехимик”, “Нефтсе” спорт комб-ттары, “Стадион”, “Төҙөүсе”, “Хеҙмәт” стадиондары, “Ағиҙел”, “Батыр”, “Өфөлө” спорт клубтары, “Трамплин” спорт-һауыҡтырыу комплексы, ДЮСШ һ.б. ингән. Тәрбиәләнеүселәре араһында Г.Л.Аферин, И.И.Ғарифуллин, Б.Х.Ғиззәтуллин, В.В.Дурнев, Н.К.Корнев, Г.В.Куриленко, М.М.Кәбиров, Ғ.Ф. Ҡадиров, В.П.Лимасов, А.В.Падин, Б.А.Самородов, А.Г.Скрипкин, М.Л. Старостин, Р.Л.Ханов, Ю.А.Чекранов, Ф.В.Шәйнуров һ.б. бар. “Х.” м-н тренерҙар З.Х.Адеев, М.С.Алсынбаев, С.А.Антинян, Н.Н.Безносов, Р.Ш.Вәлиуллин, В.К.Ғәйнуллин, Ф.Ш.Закиров, Е.Г.Козлов, Т.Н.Козлова, А.М.Ҡурамшин, И.А. Лебедьков, В.Б.Некрасов, Г.А.Ушков, Р.М.Әхмәтйәнов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова