ХВОСТЕНКО Виктор Иванович (17.11.1933, Жлобин ҡ. – 21.3.1996, Өфө), физик. Физика­матем. ф. д-ры (1975),проф.(1979). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1982). ЛДУ-ны тамамлағандан һуң (1955) Ленинград физика-техник ин-тында эшләй. 1959 й. алып Химия ин-тында (1968 й. башлап лаб. мөдире), 1980 й. – СССР ФА БФ-тың Физика һәм матем. бүлеге мөдире, 1988 й. алып Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин-ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге химия физикаһы, түбән т-ралы плазма һәм молекуляр спектроскопия өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Х. тарафынан электрондарҙың молекулаларҙа сәселеүе, матдәләрҙең молекуляр төҙөлөшө һәм фундаменталь үҙсәнлектәре өйрәнелгән, нефттең көкөрторганик берләшмәләрен һан яғынан анализлау ысулдары эшләнгән. Х. етәкс. молекулаларҙың электрондарҙы резонанслы эләктереп алыуына нигеҙләнгән кире иондар масс‑спектрометрияһы төҙөлгән. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Основные правила образования отрицательных ионов при диссоциативном захвате электронов многоатомными молекулами //Доклады Академии наук СССР. 1975. Т.220. №4 (авторҙ.); Inter-shell resonances in the interactions of electrons and polyatomic molecules //Journal of Physics B: Atomic, Molecular and Optical Physic. 1990. Vol.23 (авторҙ.).

О.Г.Хвостенко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов