БАЛЫҠЛЫ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, 1771 й. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Балыҡлы а. (хәҙ. БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) 1‑се йәмиғ мәсете эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусы — Б.Ғүмәров. Ырымбур мосолман дини йыйылышы ҡарамағында була. Уҡытыу‑тәрбиә эше м‑н мәсеттең имам‑хатибы һәм мөҙәрис етәкселек иткән. 7—10 йәшлек (ҡайһы осраҡта өлкәнерәк) ир балалар алынған. Уҡыу курсы — 7 йыл. 1867 й. мәҙрәсәлә 150 шәкерт белем ала. Тамамлаусылар араһында Ш.Зәки. 1919 й. ябыла. Мөҙәристәре: Ғүмәров (1771 й. алып), М.Бәширов (1791 й. алып), Абдрахман Сәғитов (1814 й. алып), Әбделҡәйүм Сәғитов (1837 й. алып), Әбделғәзиз Сәғитов (1853 й. алып), Әхмәт Сәғитов (1885—98, 1900—14).

Ш.Н.Иҫәнғолов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика