ХАЧИН Георгий Андреевич [15.3. 1915, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ҡананикольский а. (БР-ҙың Йылайыр р-ны) — 2.5.1978, Джетыгара ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Йылайыр р-нындағы Советтарҙың 8-се Бөтә Рәсәй съезы ис. к-зда, 1941 й. башлап Ҡананикольский урман хужалығында эшләй. 1942 й. авг. алып Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш, 3-сө Украина һәм 1-се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 62-се армияның 149-сы айырым уҡсылар бригадаһы айырым танкыға ҡаршы истребитель див. ору­дие тоҫҡаусыһы өлкән сержант Х. 1942 й. 13 окт. Сталинград ҡ. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) ВКП(б)-ның Йылайыр район ком-ты хәрби бүлеге мөдире, 1947 й. алып Ҡананикольский урман контораһының участка нач., 1951 й. — партия ойошмаһы секретары, 1961 й. башлап Бәрҙәш урмансылығында урман белгесе, Джетыгара асбест тау-байыҡтырыу комб-тында бригадир булып эшләй. Ленин (1943), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1942) орд. м-н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Х. исеме м-н урам аталған, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин