ХАФИЗОВ Айрат Рим улы (5.1.1957, БАССР-ҙың Илеш р-ны Үрге Маншыр а.), тау инженеры. Техник ф. д-ры (1998), проф. (1999). РФ-тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм-ре (1998). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй: 1999 й. алып тау-нефть ф-ты деканы, 2016 й. — нефть һәм газ скважиналарын быраулау каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге нефтте, нефть газын һәм тәбиғи газды йыйыу, әҙерләү һәм күсереү процестарын оптималләштереүгә һ.б. арналған. Х. тара­фынан күп компонентлы ҡатышманы айырыу, газ конденсатын меркаптандарҙан таҙартыу ысулдары эшләнә, тәбиғи газды абсорбцион киптереү процесы һ.б. камиллаштырыла. Асыштары БР-ҙың һәм РФ-тың нефть һәм газ сығарыу пр-тиеларында индерелгән. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы. Башҡортостан комсомолы пр. лауреаты (1989).

Хеҙм.: Утилизация отработанных масел. Уфа, 1996 (авторҙ.); Экологические проблемы нефтяной промышленности. Уфа, 2005 (авторҙ.); Сбор, подготовка и хранение нефти и газа. Тех­нологии и оборудование. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Р.Ә.Исмаҡов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов