ХАРӘЗМИ (14 б.), төрки шағиры. Х. т-да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Биографияһының ҡайһы бер факттары уның “Мөхәббәтнамә” әҫәрендә бирелгән, уға ярашлы Х. Харәзмдә белем алған, күпмелер ваҡыт Һарай-Бәрәкә ҡ. йәшәгән, Яҡын Көнсығыш илдәрендә булған. Лирик шиғырҙар яҙған (һаҡланмаған).

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов