БАЛЫҠЛЫ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Балыҡлы а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Оло Балыҡлы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1493 кеше; 1920 — 1778; 1939 — 1202; 1959 — 1090; 1989 — 845; 2002 — 754; 2010 — 677 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәш башҡорттар нигеҙ һала, 1751 й. билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында Сәйет биҫтәһенән сауҙагәр татарҙар килеп урынлаша). 1795 й. 90 йортта 647 кеше йәшәгән, 1865 й. 86 йортта — 221 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище (ҡара: Балыҡлы ауылы мәҙрәсәһе) булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 мәктәп, 4 һыу тирмәне, 2 тимерлек, 2 бакалея һәм 2 мануфактура кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. Б. исеме м‑н ике ауыл иҫәпкә алынған: 1‑се Б. — 1495 башҡорт, 2‑се Б. 383 татар йәшәгән. 30‑сы йй. алып бергә иҫәпкә алыналар. С.Н.Бикбулатов, Р.Р.Хәбибуллин, М.Б.Әмиров ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика