ХАРИТОНОВ Константин Петрович (1881—?), Өфө губернаһынан 3-сө Дәүләт думаһы (1907— 12) депутаты. Дворяндарҙан. С.-Петербург ун-тының юридик ф-тын тамамлаған. Өфө округ судында (Өфө б-са прокурор урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы) эшләгән. 1908 й. Мәскәү дәүләт учреждениеларына ревизия үткәреү комиссияһы ағзаһы. Өфө һәм Стәрлетамаҡ өйәҙ, Өфө губерна земство йыйылыштары, Өфө ҡала думаһы гласныйы. 1909 й. Думанан сығарылған В.Е.Ко­соротов урынына һайланған. Прогрессистар фракцияһы ағзаһы. 1917 й. Йәмәғәт ойошмаларының Өфө губерна президиумы (ҡара: Йәмәғәт именлеге комитеттары) ағзаһы, комиссар, Өфө гарнизонының ваҡытлы хәрби суды рәйесе. Почётлы мировой судья. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин