ХАРИСОВА Светлана Әнүәр ҡыҙы (14.5.1948, Өфө), балет артисы, балетмейстер. БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2001). Ленинград хореография уч-щеһын тамамлағандан һуң (1967; педагогы И.А.Трофимова) БДОБТ солисы, 1989 й. алып “БЭТО концерны” ААЙ-ның мәҙәниәт һарайын­да (Өфө) хореография ансамбле етәксеһе, 1992 й. — “Браво” бейеү театрының художество етәксеһе. Лирик амплуалағы классик балерина. Х. сәхнә һөйкөмлөлөгө, еңел һикерештәр хас. Бейеүҙәре элегантлыҡ, стиль аныҡлығы м-н айырылып тора. Төп партиялары: Наҙлылыҡ феяһы (“Йоҡоға талған һылыу” — “Спящая красавица”, П.И.Чайковский; дебют, 1972), Анель(“Зәңгәр Дунай”— “Голубой Дунай”, И.Штраус), Мазурка һәм Прелюд (“Шопениана”), Мирта (“Жизель”, А.Адан) һ.б. Х. концерт репертуарында К.Сен-Санс музыкаһына “Үлем хәлендәге аҡҡош” (“Умирающий ле­бедь”; М.М.Фокин постановкаһы); “Бүләк”, “Дуҫлыҡ” башҡорт бейеүҙәре һ.б. бар. Мариин театры, “Октябрьский” концерт залы (икеһе лә — С.-Петербург) сәхнәләрендә бейей. РСФСР-ҙың атҡ. артистары М.Н. Барышников, В.М.Панов, СССР-ҙың халыҡ артистары В.М.Гордеев, Е.С. Максимова, Н.В.Павлова м-н сығыш яһай. Ульяновск (1968), Ленинград (1969) ҡалаларында БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова