ХАРИСОВ Әхнәф Ибраһим улы [2.6. 1914, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Имән а. (БР-ҙың Балтас р-ны) – 15.5.1977, Өфө], филолог, яҙыусы. Филол. ф. д-ры (1972), проф. (1972). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1942). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлағандан һуң (1935) шунда уҡ уҡыта. 1941 й. алып (өҙөклөктәр м-н) ТТӘИ-лә эшләй: өлкән ғилми хеҙм-р, 1946–48 йй. сектор мөдире, 1954 й. башлап дир., 1964–77 йй. дир. урынбаҫары. 1945–46 йй. Башҡ-н китап нәшриәте мөхәррире. 1948–51 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихына, фольклористикаға, башҡорт тел ғилеменә арналған. “Әҙәбиәт теорияһы” (1944) китабында баш­ҡорт әҙәбиәте тарихын өйрәнеүҙең концепцияһы бирелгән, ул “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (6 томда, 1990–96) коллектив хеҙмәтенең нигеҙе булып тора. “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы (18–19 быуаттар)” [1965; урыҫса тәржемәһе “Литературное наследие башкирского народа 18–19 вв.”, 1973; 2-се баҫма, 2007] монографияһында тәүге тапҡыр 18–19 бб. башҡорт әҙәбиәте тарихы өйрәнелә, ҡулъяҙма китаптар һәм иҫке баҫма китаптар анализлана. “Әҙәби күренеш­тәр” (1963), “Рухи тамырҙар” (1984), “Үткән ғүмер – ҡалған хәтер” (1997) хеҙмәттәрендә һ.б. фольклористика, башҡорт әҙәбиәтенең сығанаҡтары, уның эволюцияһы, жанр, стиль, тематика төрлөлөгө, башҡа әҙәбиәттәр м-н үҙ-ара бәйләнеше мәсьәләләре яҡтыртылған. “Утыҙ йыл эсендә башҡорт әҙәбиәте” (1949), “Башҡорт совет драматургияһының торошо һәм бурыстары” (1949), “Һуғыштан һуңғы осорҙа башҡорт әҙәбиәте” (1955) ғилми мәҡәләләре башҡорт әҙәбиәтенең совет осорондағы үҫешенә арналған. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығының 1-се һәм 2-се баҫмалары етәкселәренең һәм төҙөүселәренең береһе. “Башҡорт халҡ йырҙары” китабының ғилми аппараты авторҙарының береһе, “Башҡорт поэзияһы антологияһы” (1971) китабын төҙөүселәрҙең береһе. Уның тарафынан “Урал батыр” эпосының варианты һәм башҡорт фольклорының башҡа әҫәрҙәре яҙып алынған. Текстология өлкәһендә эшләй – Ш.Бабичтың шиғырҙарын баҫмаға әҙерләй (“Һайланма әҫәрҙәр”, 1958). Матбуғатта башҡорт әҙәби теленең, әҙәби-художестволы оҫталыҡтың, башҡорт музыкаһы мәҙәниәтенең һәм театр сәнғәтенең үҫеше мәсьәләләре б-са сығыш яһай. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте б-са дәреслектәр, авторы. “Тормош яңынан башлана” (1945) китабына Бөйөк Ватан һуғышынан һуң илде аяҡҡа баҫтырған халыҡтың хеҙмәте т-дағы хикәйәләр; фашистарҙы сатирик планда фашлаған памфлеттар, новеллалар, притчалар, юморескалар, фельетондар ингән. Н. А.Крашенинниковтың һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. БАССР-ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1987). Окт.Революцияһы (1975), “Почёт Билдәһе” (1949) орд. м-н бүләкләнгән. Өфөлә Х. исеме м-н урам аталған, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Мираҫ: башҡорт фольклоры буйынса күҙәтеүҙәр, тикшеренеүҙәр һәм ауыҙ-тел ижады өлгөләре. Өфө, 2004; Категория глагольных видов в башкирском языке. Уфа, 1944.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов