ХАРИСОВ Фәрис Фәхрәз улы (3.1. 1956, БАССР-ҙың Яңауыл р-ны Истәк а.), педагог. Рәсәй мәғариф акад. мөхбир ағзаһы (2001), пед. ф. д-ры (1999), проф. (2001). РФ-тың атҡ. уҡытыусыһы (2004), РФ-тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм-ре (2000). Фираз Ф.Харисовтың ҡустыһы. Ҡа­зан пед. ин-тын тамамлағандан һуң (1979) ТАССР-ҙың Саба р-ны мәктәптәрендә эшләй. 1987 й. алып 2-се урта мәктәп, 1991 й. — 5-се татар гимназияһы (икеһе лә — Ҡазан) директоры. 1995 й. башлап Ҡазандың Авиатөҙөлөш р-ны хакимиәтендә мәғариф бүлеге мөдире, 1997 й.—ТР-ҙың мәға­риф министры. 2004 й. алып Мәскәү асыҡ ун-ты проректоры, 2006 й. — Федераль мәғарифты үҫтереү ин-ты дир., 2009 й. — “Здоровьесберегающее образование” (“Һаулыҡ һаҡлаған мәғариф”) ж. (бөтәһе лә — Мәскәү) баш мөхәррире. Фәнни тикшеренеүҙәре милли тәрбиә, белем биреү, сәләмәт йәшәү рәүеше проблемаларына арналған. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Дөйөм Рәсәй мәғариф системаһында һаулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү йәмәғәт ойошмаһы (2009 й. алып), Дәүләт думаһының Мәғариф һәм фән б-са ком-ты ҡарамағындағы Эксперт советы (2012 й. алып; икеһе лә — Мәскәү) рәйесе.

Хеҙм.: Образование и здоровье. М., 2003; Этнорегиональное образование: теория и практика. М., 2007.

Ф.Ф.Харисов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина