ХАРИСОВ Фираз Фәхрәз улы (24.5.1952, БАССР-ҙың Яңауыл р-ны Истәк а.), педагог. Пед. ф. д-ры (2001), проф. (2004). ТР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007), ТР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (2001), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2004). Фәрис Ф.Харисовтың ағаһы. Ҡазан пед. ин-тын тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (ВЛКСМ ком-ты секретары урынбаҫары). 1979 й. алып Ленин район халыҡ депутаттары советының башҡарма ком-тындағы бүлек мөдире урынбаҫары; 1987 й. башлап Татар гуманитар-пед. ун-тында (икеһе лә — Ҡазан) бүлек нач., 1991—2011 йй. уҡытыу-тәрбиә эштәре б-са проректор, бер үк ваҡытта 2001—09 йй. татар теле һәм мәҙәниәт-ара бәйләнештәр каф. мөдире. 2011 й. алып Ҡазан федераль ун-тында уҡыта: ғилми-белем татаристика, төркиәт һәм этномәҙәни белем биреү үҙәге етәксеһе урынбаҫары, 2012—15 йй. татар теле һәм уҡытыу методикаһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре лингводидак­тика проблемаларына, татар теле теорияһына һәм уны вузда, урыҫ мәктәбендә уҡытыу методикаһына арналған. 500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. уҡытыу-методик әсбаптар, авторы. Ҡ. Насыри ис. пр. лауреаты (1998).

Хеҙм.: Основы методики обучения татарскому языку как неродному. СПб., 2001.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина