ХАРИС (Харисов) Мәлих Харис улы [27.1.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡото а. (БР-ҙың Саҡмағош р-ны) — 1944], шағир. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлаған (1941). Фронтта һәләк була. Әҫәрҙәре 1934 й. баҫыла башлай. Ижадына башҡорт һәм көнсығыш классик шиғриәттәренең үҙенсәлекле ярашыуы хас. Әҫәрҙәре афористиклығы, лириклығы, хислелеге м-н айырылып тора. “Мин һөйәм” (1937), “Тыуған ауылда”, “Өфө менән һаубуллашыу” (икеһе лә – 1940) һ.б. шиғырҙары патриотик тойғо м-н һуғарылған. “Партизан анты” (1942), “Онотмаһын мине Тыуған ил”, “Хат”, “Батыр тураһында баллада” (бөтәһе лә – 1943) һ.б. шиғри әҫәрҙәрендә совет һалдаттарының Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығына дан йырлана. М.Ю.Лермонтовтың шиғырҙарын, Ә.Науаиҙың “Фәрхәд һәм Ширин” әҫәренән өҙөктәрҙе башҡорт теленә тәржемә иткән. Х. шиғырҙарына йырҙар яҙылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Йөрәк тауышы: шиғырҙар. Өфө, 1944; Йәшлек — шат ғүмер шишмәһе: шиғырҙар, иҫтәлектәр. Өфө, 1981; Избранная лирика. Уфа, 1967.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов