БАЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ, балыҡ, диңгеҙ хайуаны, киттар, диңгеҙ умыртҡаһыҙҙары һәм ылымыҡтарҙы тотоу, уларҙы аҙыҡ-түлек, мед., мал аҙығы һәм техник продукция итеп эшкәртеү б‑са аҙыҡүлек сәнәғәте тармағы. БР‑ҙа балыҡ эшкәртеү тармағынан һәм балыҡсылыҡтан тора. Башҡортостанда етештереү эшмәкәрлегенең иң тәүге формаларының береһе балыҡсылыҡ була (кәсеп техникаһы примитив булған, балыҡты башлыса тоҙлағандар, ҡаҡлағандар һәм киптергәндәр). 20 б. башында Өфөлә балыҡсылыҡ з‑ды төҙөлгәндән һуң, балыҡты яңынан үрсетеү башлана. 1919 й. “Башохотрыбсоюз” (ҡара: “Башкиррыбхоз”) пр‑тиеһы ойошторола. 2004 й. тармаҡ 28 пр‑тие һәм производствонан тора, ш. иҫ. “Ҡариҙел балыҡсылыҡ хужалығы” МУП‑ы, “Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы” ЯСЙ (Краснокама р‑ны), “Миәкә Балыҡ Компанияһы” ЯСЙ, «“Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы» ААЙ (Фёдоровка р‑ны). БР аҙыҡ-түлек сәнәғәте етештереү күләменең 0,4%‑тан ашыуы Б.с. өлөшөнә тура килә. Балыҡ тотоу динамикаһы (т): 1913 й. — 1300, 1928 — 350, 1940 — 718, 1960 — 592, 1980 — 455, 2000 — 342, 2005 — 948, 2009 — 903. Респ. балыҡсылыҡ хужалығы һыу ятҡылыҡтарының ҙур фонды бар: дөйөм оҙонлоғо һәм майҙанына ҡарата промыслала йылғаларҙы ҡулланыу — яҡынса 3%, күлдәр — 29, һыуһаҡлағыстар — 73, быуалар 6%‑ҡа яҡын тәшкил итә. Тауар балығын етештереү күләме б‑са респ. Волга буйы федераль округында 2‑се урында тора (2006). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика