ХАРАЦИОПСИС (Characiopsis), бер күҙәнәкле һары‑йәшел ылымыҡтар заты. Яҡынса 56 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда 10 төрө асыҡланған: осло Х., тырпайған Х. һ.б. төрҙәр. Күҙәнәктәре яңғыҙ, дөрөҫ булмаған орсоҡ (анабена Х.) йәки эллипс һымаҡ, кире йомортҡаға йәки киң орсоҡҡа (ваҡ Х.) оҡшаш; ҡайһы берҙә аҫҡы осо яйлап һоро төҫтәге бәләкәй дискы булған нәҙек ҡыҫҡа йәки оҙон һапҡа күсә, оҙонлоғо 15—90, киңлеге 2,5—12 мкм. Хлоропласы ялғаш кеүек, һары-йәшел, күбеһенсә тоноҡ. Зоо-һәм апланоспоралар м-н үрсей. Эпифиттар, киң япраҡлы урмандарҙағы ылымыҡтарҙа, макрофиттарҙа, тупраҡ ылымыҡтарында үҫә. Анабена Х. һәм ваҡ Х. Бәләбәй, Өфө һәм Тәтешле р-ндарында, ваҡ Х. ш. уҡ Көньяҡ Урал ҡурсаулығында табылған. Х. тупраҡтың нефть продукттары, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр һәм антропоген сығышлы башҡа органик матдәләр, ауыр металдар м-н бысраныуына һиҙгер. Анабена Х. һәм ваҡ Х. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әҙәб.: А л е к с а х и н а Т.И., Ш т и н а Э.А. Почвенные водоросли лесных биогеоценозов. М., 1984.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова