ХАРА ЫЛЫМЫҠТАРЫ, харофиттар, лучицалар (Charophyta), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. 400-ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап кальций миҡдары юғары булған быуаларҙа һәм күлдәрҙә таралған. Макроскопик ылымыҡтар, тыштан ҡайһы бер ҡат­марлы төҙөлөшлө үҫемлектәргә (ҡырҡбыуын, мөгөҙьяпраҡ) оҡшаш. Талломы йәшел төҫтә, күп күҙәнәкле, эре (бейеклеге 20—30 см, һирәк осраҡта 2 м тиклем), быуынлы-суҡлы төҙөлөшлө ҡыуаҡланып үҫкән еп йәки һабаҡ һымаҡ үренделәр рәүешендә була, бик күп нәҙек төҫһөҙ ризоидтары бар. Төп һабаҡтарында ҡыҫҡа үренделәрҙең йәки япраҡтарҙың суҡтары урынлашҡан. Һабаҡтары остан үҫә, япраҡтарының үҫеше сикләнгән. Х.ы. үҙенсәлеге быуын (аҙ һанлы, ваҡ, бер ядролы, бүленеү процесында һабаҡтың эргә ботаҡтарын һәм япраҡтарҙың суғын барлыҡҡа килтерә) һәм быуын араһы (бүленеүгә һәләтһеҙ күп ядролы, бер нисә см тиклем һуҙылған күҙәнәк, ҡайһы бер төрҙәрҙә ҡабыҡ м-н ҡапланған) күҙәнәктәре араһындағы айырмалыҡта күренә. Күҙәнәктәренең тиресәһе ғәҙәттә эзбизләнгән. Хлоропластары йәшел, уларҙың составына һәм хлорофилдары, ликопин, крахмал инә. Вегетатив (талломдың өлөштәре һәм ризоидтарҙа бүлбеләр йәки аҫҡы һабаҡ быуындарында күҙәнәктәр м-н) һәм енесле (оогамия) үрсей. Күп күҙәнәкле аталыҡ (антеридий) һәм инәлек (оогоний) енес ағзалары күпселек төрҙәрҙә бер үҫемлектә үҫешә. Антеридийы (диам. 0,5 мм тиклем, ҡыҫҡа һапта, йәшел, өлгөргәндә ҡыҙғылт һары йәки ҡыҙыл) 8 яҫы ҡалҡан күҙәнәктән, оогонийы эре йомортҡа күҙәнәгенән һәм уны спираль буйлап уратып алған һәм таж барлыҡҡа килтергән ҡабыҡ күҙәнәктәренән ғибәрәт. Х.ы. талломдарында эпифиттар үҫешә. Һыу ҡоштары өсөн аҙыҡ булып тора. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына еп һымаҡ хара индерелгән.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова