ХАНЫКОВ Яков Владимирович (2.3. 1818, Калуга губ. Георгиевское а. — 25.1.1862, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре, картограф. Действительный статский советник (1852). Дворяндарҙан. Царское Село лицейын тамамлағандан һуң (1835) ЭЭМ-да хеҙмәт итә. 1836—42 йй. Ырымбур хәрби губернаторы В.А.Перовский ҡарамағындағы махсус йомоштар б-са чиновник, 1844—48 йй. Балтик буйы крәҫтиәндәренең көнкүрешен яҡшыртыу б-са реформалар әҙерләү комиссияһы ағзаһы, Рига ген.-губернаторы канцелярияһына идара итеүсе. 1849 й. алып С.-Петербургта: Александр лицейы проф., 1851 й. Император Рус география йәмғиәте секретары. 1851—56 йй. Ырымбур граждан губернаторы. 1838 й. башлап Ырымбур губ. статистика ком-ты ағзаһы. Х. хеҙмәттәрендә тау сәнәғәтенә анализ бирелгән, Ырымбур губернаһы халыҡтары тасуирланған, Х. тарафынан Түб. Волга буйында, Урта Азия, Уралда үткәрелгән тикшеренеүҙәр нигеҙендә Көньяҡ Урал т-да геогр. мәғлүмәттәр килтерелгән.

Хеҙм.: Географическое обозрение Оренбургского края //Материалы для статистики Российской империи. СПб., 1839. Т.1. Отд.2; Географическая деятельность в Оренбургском крае: из письма к секретарю общества от Я.В.Ханыкова; Вестник Российского географического общества. СПб., 1852. Ч.2. Кн.1. Отд.5.

 

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин