ХАНОВА Рәзифә Сәлих ҡыҙы (15.12. 1948, БАССР-ҙың Дүртөйлө р-ны Гөблөкөсөк а. — 7.9.2015, шунда уҡ),Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1963 й. алып Дүртөйлө р-нындағы К.Маркс ис. к-зда эшләй (1966—98 йй. һауынсы). 1981—85 йй. юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3182 кг (1985 й. макс. — 4010 кг). 1-се (1986), 2-се (1980) һәм 3-сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны орд. м-н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев